Суббота, 20.04.2024
Официальный сайт Отдела образования администрации МР Миякинский р-н РБ

Меню сайта
.
.
ЕГЭ
ОГЭ
Главная » 2019 » Декабрь » 3 » Аҡмулланың лайыҡлы вариҫтары.
15:42
Аҡмулланың лайыҡлы вариҫтары.

Төнө генә түгел, көндәре лә

Ҡара булған саҡта халыҡтың,

Эҙләгәнһең наҙанлыҡты йырып,

Ҡайҙа икәнлеген хаҡлыҡтың.

Был шиғри юлдарҙы мәшһүр яҡташыбыҙ, мәғрифәтсе шағир Мифтахетдин Аҡмуллаға бағышлап, Ҡырғыҙ-Миәкә ауылы уҙаманы Наил  Яруллин яҙған. Халыҡтың күңел йылыһын, ихтирамын сағылдырған бындай поэтик бағышлауҙар, мәҙхиәләр күп яҙылған оло шәхескә ҡарата. Ваҡыт үтә, йылдарға-йылдар ялғана барған һайын, ихтирам тойғоһо үҫкәндән үҫә бара халыҡ күңелендә: йыл һайын гөрләтеп Аҡмулла көндәре уҙғарыла, ижады мәктәптәрҙә  өйрәнелә, әҫәрҙәре мәҙәниәт һарайҙарының сәхнә түрҙәренән, һабантуй, шиғриәт байрамы майҙандарынан яңғырай, музейы уның ижадын хөрмәт итеп килеүселәр өсөн һәр саҡ асыҡ.

Аҡмулла һымаҡ шәхестәребеҙ тураһында бындай хәстәрлек күреү, фекер йөрөтөү бөтәһенән дә элек улар өсөн түгел, ә беҙҙең үҙебеҙгә, бөгөнгө заманға кәрәк. Сөнки халыҡ үҙенең улдарын һәм ҡыҙҙарын иҫкә ала, фекер йөрөтә икән- ул иң элек үҙенең асылы, яҙмышы, үткәне, бөгөнгөһө һәм киләсәге хаҡында уйлана, яна, көйә, шатлана, ижад итә, йәшәргә, алға барырға ынтыла, тигән һүҙ.

Бына ошолар тураһында уйланды райондың башланғыс синыфтар уҡытыусылары ,Сафар мәктәбендә семинарҙа ҡатнашып.Мәғариф бүлеге методисы  Якупова НаиләЗәлиф ҡыҙы етәкселегендә ойошторолған был сарала балалар баҡсаһы тәрбиәселәре лә ҡатнашты.Сөнки  балалар баҡсаһы һәм башланғыс мәктәп белем  һәм тәрбиә биреүҙең бер үк йүнәлештә эшләүсе ике сиктәш быуыны ул. Мәктәптәр һәм балалар баҡсалары Федераль дәүләт белем биреү стандартын ғәмәлгә ашырыу буйынса төрлө эш алып баралар.Уҡытыусылар һәм тәрбиәселәр, ата-әсәләр бергә эшләгәндә һәм балалар баҡсаһы менән башланғыс мәктәп араһында тығыҙ элемтә булғанда ғына, ҡыйынлыҡтарҙы еңеп сығып, уңышҡа ирешеп  була. Сафар ауылында быуындар бәйләнешенең матур өлгөһөн күрҙек беҙ.Башҡорт рухын тойҙоҡ. Аҡмулла вариҫтарына һоҡландыҡ.

1-3 кластарҙа юғары категориялы уҡытыусы Шайгарданова Гүзәлиә Салауат ҡыҙы үткәргән дәрес балаларҙың әүҙем булыуҙары, төплө белемдәре, матур итеп башҡортса һөйләүҙәре менән һоҡландырҙы.Ә уҡытыусы ,төрлө алымдарҙы оҫта ҡулланып, һәр баланың белемен , шәхси үҫеш кимәлен күрһәтте.2-4  класта тыуған яҡҡа , тәбиғәткә, кейектәргә һөйөү, һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү алымдарын төплө белем биреү менән берлектә нисек алып барылғанын күрҙек. Юғары категориялы  уҡытыусы Абайдуллина Рәмзиә Минехай ҡыҙы региональ компонентты оҫта ҡулланып , илһөйәрлек , телһөйәрлек тәрбиәләү алымдары менән уртаҡлашты. Дәрестәрҙә генә түгел,  “ Әсәйҙәр-тормош биҙәге”тип исемләнгән байрамда ла күрҙек балаларҙың талантын. «Уҡытыусы-әсә” , тип ҙурланылар улар килгән ҡунаҡтарҙы. Үҙ ҡулдары менән эшләгән бүләктәрҙе лә күңел йылыһы менән тапшырған балалар һоҡланыу уятты. Әлбиттә, ошондай матур дәрестәр,матур байрам мәктәп коллективының, балалар баҡсаһының, ата-әсәләрҙең берҙәм эше. Мәктәп директоры Хузиахметова Зөлфиә Вәрис ҡыҙына , балалар баҡсаһы, мәктәп коллективына ҙур рәхмәт.Семинар бай йөкмәткеле булды. Мифтахетдин Аҡмулла музейына экскурсия ойошторолдо. Музей директоры Гайнетдинова М. Т.ихлас ҡаршы алды. Ә экскурсияны  ғилми  хеҙмәткәр Бадретдинова Л.М. үткәрҙе.

Ҡайһы яҡтан ғына алып ҡарама Аҡмулла музейында булыу, экскурсовод һүҙен ишетеү менән тарихыбыҙҙың үткәне, бөгөнгөһө һәм киләсәге күҙ алдына баҫа. Оло шәхестең музейы – ваҡыт сиктәрен белмәҫ тәрән йөкмәткеле, ғәжәп аһәңле рух шишмәһе. Ижад емештәренең мәңгелек көсөн алдан тойомлағандай, шағир үҙе үк былай тигән:

Ҡараһаң, Аҡмулланың китабы был,

Эсендә – һыуһағанға шәрбәтле һыу.

Битенең бере көлөр, бере һүгәр,

Тура һүҙе – берәүгә им, берәүгә ыу.

Эйе, Аҡмулла шиғриәте бөгөн дә зиһен-күңелдәребеҙгә шәрбәтле һыу ҙа, үткер һүҙ ҙә, им булыр хикмәт тә, алға әйҙәр хитап та… Ул тарихта тыуған халҡын ғына түгел, ә бик күп туғандаш халыҡтарҙың да оло ихтирамын, һөйөүен яулаған шәхес булып ҡала һәм ҡаласаҡ.Музейҙың һәр экспонаты ошо турала һөйләй.

Аҡмулланың ҡайһы бер шиғырҙары хәҙерге заман кешеләренә төбәп әйтелгән кеүек. Мәҫәлән,  “Аҡыл”, “Нәсихәттәр”, “Башҡорттарым уҡыу кәрәк!” кеүек шиғырҙарында тапҡыр һүҙле юлдар бөгөнгө заман кешеһенә иҫкәртеү һымаҡ булып яңғырай. Сөнки, ул ижадында башҡорт халҡын ғына түгел, бөтә кешелекте борсоған, уйландырған проблемаларҙы күтәргән. Аң-белемгә, һөнәргә эйә булыу юлы менән яҡтылыҡҡа, бәхеткә ирешеп була тигән фекергә килеп, “Башҡорттарым уҡыу кәрәк!” тип мөрәжәғәт иткән.

Ошондай уйҙар менән таралды семинарҙа ҡатнашыусылар. Районда «Аҡмулла көндәрен» башланғыс синыфтар уҡытыусылары ошолай үҙенсәлекле  башлап ебәрҙе. Аҡмулла музейынан алған рух , Сафар мәктәбенән алған тәжрибә һәр кемгә файҙалы булыр , тип ышанаһы килә.

        

Гүзәлиә.Янтурина

Тамьян-Таймаҫ урта мәктәбе уҡытыусыһы.

Просмотров: 588 | Добавил: miakioo
Ссылки
  • Минобрнауки России
  • Электронная очередь в ДОУ РБ
  • Рособрнадзор
  • Министерство образования РБ
  • Обрнадзор РБ
  • РЦОИ РБ
  • Республика Башкортостан
  • ИРО РБ
  • Государственное Собрание - Курултай РБ
  • Глава Республики Башкортостан
  • Правительство Республики Башкортостан
  • Прокуратура Республики Башкортостан
  • Администрация МР Миякинский район РБ
  • Bus.gov.ru - официальный сайт для размещения информации о государственных (муниципальных) учреждениях
  • "Горячая линия"
    Информация о телефонах «горячей линии», адресах электронных приемных (в том числе правоохранительных и контрольно-надзорных органов) и других ресурсах, которыми могут воспользоваться обучающиеся и их родители (законные представители) в случаях, когда действия руководства и других сотрудников образовательных организаций нарушают их права и законные интересы (нарушение правил приема в образовательные организации, факты незаконных сборов денежных средств с родителей): "Горячая линия" отдела образования (34788) 2-13-70, (34788) 2-10-92, miaki_oo@mail.ru, miaki_oo_inspect@mail.ru; Районная прокуратура (34788)2-14-37; Администрация муниципального района Миякинский район, (34788) 2-12-01, 2-14-15, adm31@bashkortostan.ru; Министерство образования Республики Башкортостан, телефон приемной министра: (347)273-39-24 Телефон горячей линии по ЕГЭ Обрнадзора РБ: +7 927 937 94 24, МО и Н РБ: (8 347)218-03-81, РОО Миякинского района (+734788)2-12-43; Телефон горячей линии Обрнадзора РБ по организации дистанционного обучения- 89279379424 Телефон горячей линии по коронавирусной инфекции: 8 (347) 292-11-52 (Ахтямова Ирина Айратовна). Работает линия с 9 ч 00 до 18ч.00 в рабочие дни
    Телефон доверия
    Детский телефон доверия с номером 8-800-2000-122 – это бесплатная помощь детям, подросткам, мамам и папам, бабушкам и дедушкам, а также учителям.
    ГУНК МВД Росии
  • ГУНК МВД России в ВКонтакте
  • ГУНК МВД России в Instagram
  • Учебники
    В Министерстве образования Республики Башкортостан работает телефонная (горячая линия) по вопросам обеспечения учебниками: 8 (347) 218-03-54, 8 (347) 218-0З-52 В МКУ "Отдел образования администрации МР Миякинский район" (34788) 2-18-38
    ОРКСЭ
    Телефон горячей линии по вопросам обеспечения учебной литературой в образовательных организациях Миякинского района и об организации свободного, добровольного выбора модуля ОРКСЭ (34788) 2-18-38
    2021
    Календарь
    «  Декабрь 2019  »
    ПнВтСрЧтПтСбВс
          1
    2345678
    9101112131415
    16171819202122
    23242526272829
    3031
    Архив записей
    Отдел образования администрации МР Миякинский р-н РБ © 2024
    Конструктор сайтов - uCoz