Башҡорт теле йылына арналған "Башҡорт теле – ғорурлығым минең" Бөтә Рәсәй иншалар конкурсы тамамланды. Конкурсты Башҡорт дәүләт университетының шәрҡиәт һәм башҡорт тел ғилеме кафедраһы ойошторҙо, ул дөйөм белем биреү учреждениеларының 10-11-се класс уҡыусылары һәм урта махсус уҡыу йорттары студенттары араһында үткәрелде.
"Әсә теле бер булыр", "Атайҙар һүҙе – аҡылдыңҙе", "Тел – әсәнең балаһына иң ҡәҙерле бүләге", "Үҙ телемдә һөйләшәм", "Башҡорт телем, йәшә!", "Илем, телем барлығы Мине бәхетле итә (Динә Талхина)", "Туған телем – яҙмышым", "Илһеҙ, Ерһеҙ, Телһеҙ тороп ҡалһаҡ, Кем булырбыҙ, башҡорт туғандар! (Лилиә Ҡәйепова)", "Башҡортлоҡтан баш тарттырып булмай Жәлилдәре булған милләтте! (Гөлнур Яҡупова)" кеүек темаларға арналған 200-гә яҡын инша ҡабул ителгән.
Ҡаран-3ун3а6 урта д5й5м белем бире7 м9кт9бене4 11-се класс у3ыусы8ы (сф9ндий9рова Диана был конкурста 3атнашып, II д9р9ж9 дипломына лайы3 була. Афарин, Диана! Артабан да уңыштар юлдаш булһын.