19 март, Миәкә районының Ҡырғыҙ-Миәкә ауылында Мең ырыуы башҡорттары ҡоро үтте. Шәжәрә байрамында Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы рәйесе Эльвира Айытҡолова, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты ағзаһы, «Мең ырыуҙары» йәмәғәт ойошмаһы Советы рәйесе Әхнәф Тимербулатов, филология фәндәре кандидаты, Башкорт дәүләт университеты доценты Искәндәр Сәйетбатталов, Миәкә районы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе, мәҙәниәт бүлеге етәксеһе Хәлил Маһиянов, күренекле йәмәғәт эшмәкәрҙәре ҡатнашты. Фәнни-ғәмәли кәңәшмәнән һуң шәжәрә конкурсында еңеүселәр билдәләнде. Иҫтәлекле бүләктәр, рәхмәт хаттары менән бүләкләнделәр.Каран-Кункас урта белем биреу мәктәбенең 11-се синыф уҡыусыһы Әсфәндиәрова Диана маҡтау грамотаһына лайык булды. Диана башланғыс кластан уҡ гел яҡшы билдәләргә уҡый, туған башҡорт теленән олимпиадаларҙа, ғилми эҙләнеү эштәрендә, конкурстарҙа әүҙем ҡатнаша. Республика олимпиадаларында, конкурстарҙа юғары баһаланған эштәре бар. Ике йыл рәттән Республика кимәлендә үткәрелгән баш¬ҡорт теле олимпиадаһын¬да ҡатнашып, призер булды. Башҡорт телендә үткәрелгән иншалар, шиғырҙар бәйгеләренән дә ситтә ҡалмай. Мәктәп тормошо тураһында мәҡәләләр яҙырға ярата. Балалар һәм үҫмерҙәр өсөн нәшер ителгән республика гәзите “Йәншишмә” нең йәш хәбәрсеһе. Туған телен,тыуған илен һөйгән кеше киләсәктә бәхетле булыр,ти халыҡ.Телен, илен һөйгән Дианаға Берҙәм дәүләт имтихандарын уңышлы тапшырып, белем алыуын артабан дауам итеп, милләтебеҙҙең, телебеҙҙең киләсәген хәстәрләгән шәхестәр сафына баҫыуын теләйбеҙ. Бының өсөн, был йыйын уға этәргес көс бирһен. |