“Аҡбуҙат” республика балалар журналының Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы, Дәүләкән районы хакимиәте менән берлектә Республика көнөнә, Башҡорт теле йылына һәм балалар яҙыусыһы Рәсимә Ураҡсинаның тыуыуына 70 йыл тулыуға арнап ойошторған Асыҡ республика шиғыр конкурсына йомғаҡ яһалды.
Унда мәктәпкәсә йәштәге балалар һәм башланғыс класс уҡыусылары ҡатнашырға тейеш булһа ла, өлкән класс уҡыусыларының да эштәре баҫманың сайтында баҫылып килде һәм ҡаралды. Дөйөм алғанда, конкурсҡа республиканың бик күп райондарынан, Силәбе өлкәһенән 81 эш килеп, баһалама комиссияһы ағзалары тарафынан тикшерелде.
Сараның бағыусыһы – шағирәнең тормош иптәше, Рәсәйҙең почетлы архитекторы Урал Ураҡсин 60 мең күләмендә бүләкләү фонды булдырҙы. Ул етәкселек иткән баһалама комиссияһы ағзалары кескәйҙәр араһында алты урын булдырып, һәр балаға 10-ар мең һум аҡса тапшырырға ҡарар итте.
Баһалама ағзалары – Башҡортостан Яҙыусылар союзы рәйесе Зәки Әлибаев, балалар шағирәһе, Һәҙиә Дәүләтшина исемендәге премия лауреаты Гүзәл Ситдыҡова, “Аҡбуҙат” журналының баш мөхәррире Лариса Абдуллина, коллектив ағзалары, яҙыусылар Миңлегөл Тайсина, Зөбәйҙә Исламова, Гөлнара Мостафина.
"Аҡбуҙат" журналының махсус бүләктәренә Айзилә Батыраева, 5-се класс уҡыусыһы (Сәфәр мәктәбе), Әҙилә Ғафарова ( Тамъян-Таймаҫ мәктәбе) уҡыусыһы лайыҡ булдылар.
Р.Р.Батыршина |